Туғаның... Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

ТУҒАНЫҢ...



Башҡорттоң туғаны тулы, -
Ауыл һайын туғаны,
Туған булмаһа, табыла
Туғанының туғаны,
Туғанының туғанының
Туғанының туғаны

Шулай шаярталар ине
Элегерәк, йәшлектә,
Хәҙер килеп зат-зәүрәткә
Ҡуйыла бара нөктә.

Туған түгел, кәрәк кеше -
Йәйеп асыла ҡосаҡ.
Атай - улды, инәй ҡыҙҙы
Танымаҫ була ҡайсаҡ.

Ауырлыҡ килгәс иҫләнә -
Яҡындарың барҙармы?
Кәрәк кеше түрҙән осҡан -
Юҡ үҙенә ярҙамы.

Иптәш тигәнең йыш ҡына
Ялтырай бары тыштан.
Ҡәрҙәште һайлайһы түгел,
Һинеке ул тыумыштан.

Файҙаң тейерҙәй булмаһа
Яҡынайтырмы яттар,
Күпмеһе яныңда ҡалыр
Нәҫелең менән ҡатар?!

Көтөп ала алырһыңмы
Ярҙам ҡулы һуҙғанын?!
... Дуҫ - тик һыналған ғынаһы,
Туғаның ул - үҙ ҡаның,
Бер тамырҙан уҙғаның.


2015